Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 16:39

Башҡортостанда «Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла

-

Башҡортостанда «Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, уның инициаторы – республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте.
Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү, тип билдәләнеләр хөкүмәттә.
Проект, сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, 262 бәләкәй ауылда бүлеү селтәрҙәре төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Был проекттың үҙенсәлеге шунда: интернет ауылға ғына түгел, ә граждандарҙың ғаризаһы буйынса һәр йортҡа еткерелә. Башҡортостанда бөтәһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.
Әйтәйек, республиканың Благовещен районында бер юлы ете ауылға уңайлы интернет килә.
«Быйыл Благовещен районында «Уңайлы интернет» проекты сиктәрендә Төрөшлө, Трошкин, Осиповка, Түбәнге Иҙәк, Покровка, Һынны, Иҫке Илек ауылдары халҡы интернет селтәренә тоташа ала», — тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенән.
Читайте нас: