Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 14:01

Ауырыусылар һаны күбәйә

Республикабыҙҙа киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар күбәйә башланы...

Республикабыҙҙа киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар күбәйә башланы.
1 февралдән 7-һенә тиклем барлығы 24483 кеше сирләгән. Был уҙған аҙна менән сағыштырғанда, 1,2 процентҡа юғарыраҡ, тигән һүҙ. Ауырыусыларҙың яртыһын 17 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә. Эпидемиологик хәл-торош 21 процентҡа артып киткән, тип хәбәр итәләр Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығынан. Был яҡынса ғына статистика, әлбиттә, сөнки күбеһе табиптарға мөрәжәғәт итмәйенсә, сирҙе аяҡ өҫтө генә үткәрә бит. Тағы шуныһы тынысландыра: әлегә республикала киҙеү тейеү осрағы теркәлмәгән. Вирустарҙың аденовирус, риновирус, метановирус тигән төрҙәре киң таралған.
Фото: ormira.ru
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас: