Быйыл республикабыҙҙың һайлап алыу этабы 16 йәштәр һәм 25 балалар театрҙары коллективтарын йыйған. Улар театр сәнғәтенең бөтә жанрҙарында эштәрен күрһәткән. Балалар коллективтары араһында Салауат ҡалаһынан – «Арлекин» өлгөлө театр студияһы, йәштәр араһында Бәләбәйҙән «Браво» театр-студияһы иң-иңдәре тип табылған. Уларҙың һәләтен Татьяна Хәйбуллина, Әхтәм Әбүшахманов, Таңсулпан Бабичева, Хөрмәтулла Үтәшев, Тәнзилә Ҡалмырҙина кеүек күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһалаған.