Ноябрь аҙағында объектты әлегә тиклем билдәләнгән сафҡа индереү ваҡыты күсерелгәйне. Эштең тотҡарланыуы сметала күрһәтелгән хаҡтарҙың үҙгәреүенә бәйле. Өҫтәмә финанслау мәсьәләләре ҡайтанан проект экспертизаһы үткәрелгәндән һуң тиҙ арала хәл ителергә тейеш. Шуға ла мәҙәниәт министры объектта эштәр барышын һүлпәнәйтеүгә сәбәп юҡ тигән ҡарашта.