Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 16:21

19 апрелдән сәләмәтлек поездары ҡабат тергеҙелә

Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе...

Райондар буйлап сәләмәтлек поездарының эше ҡасан тергеҙелеүе билдәле булды. Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
– Яҡынса 19 апрелдән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһын башларға һәм сәләмәтлек поезын ебәрергә теләйбеҙ. Әгәр ҙә һауа шарттары мөмкинлек бирһә, алдараҡ та башларбыҙ, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы 2019 йылдың 22 апрелендә старт алғайны. Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса үткәрелә.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: