Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 11:56

Яңы Ергәндәр—патриоттар!

Яңы Ергән ауылы мәктәбендә һәм мәктәп төркөмөндә оборона-масса, хәрби-патриотик һәм спорт буйынса айлыҡ пландарын тормошҡа ашырыу дауам итә. //

Яңы Ергән ауылы мәктәбендә һәм мәктәп төркөмөндә оборона-масса, хәрби-патриотик һәм спорт буйынса айлыҡ пландарын тормошҡа ашырыу дауам итә.
Уҡытыусылар һүрәттәр конкурсы, кроссвордтар сисеү, брейн-ринг кеүек илһөйәрлек форматындағы саралар үткәрәләр.
Мәктәптә патриотик йүнәлештәге күргәҙмәләр эшләй. Мәҫәлән, йәш герой-антифашистар көнөнә ҡарата уҡытыусы О.А.Сәйфуллина Бөйөк Ватан һуғышының йәш патриоттары ҡаһарманлығына арналған “Йәшлек һәм ҡаһарманлыҡ” күргәҙмәһен ойошторҙо.
Бынан тыш, Яңы Ергән ауыл клубы майҙанында Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына ҡарата спорт саралары үтте. Уҡыутыусы Ф.Р.Туҡбаева һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторған спорт байрамында балалар ихлас ҡатнашты. Улар төрлө уйындарҙа һәм эстафеталарҙа ҡатнашып, һыуыҡтан да ҡурҡманы, бары тик ҡыуаныслы тәьҫораттар ғына алды.
Читайте нас: