Аҡъяр ауылының “Ғаилә” сауҙа йортонда урынлашҡан “Ца-ца” декоратив косметика һәм хушбуйҙар бутигы Аҡъяр ҡатын-ҡыҙҙарына ғына түгел, тотош район гүзәл заттарына таныш. Сөнки был магазинға ҡатын-ҡыҙҙар күпләп йөрөй, уның юлын даими тапаусы клиенттар етәрлек.
Баймаҡ ҡыҙы йәш эшҡыуар Альбина Сарсенова Аҡъярҙа 2017 йылда декоратив косметика, тырнаҡ, сәстәрҙе префессиональ тәрбиәләү һәм башҡа тауарҙар һатыу өсөн ошо кибетте аса һәм ул бөгөнгәсә уңышлы эшләп килә.
Унда һәр төрлө буяныу әйберҙәренән алып, сәстәрҙе, тырнаҡтарҙы тәрбиәләү тауарҙары һатыла. Сәстәрҙе тәрбиәләүгә kapous, concept, indigo style кеүек профессиональ шампунь-бальзамдар, кондиционерҙар киң ассортимент алған. Уны бигерәк тә парикмахерҙар күпләп ала. Бынан тыш, Корея, Белоруссия косметикаларының йәнең теләгәне бар. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө брендлы хушбуйҙарға ла һайлау күп. Шулай уҡ кәштәләрҙә бит һәм тәнде тәрбиәләү өсөн төрлө массаж әйберҙәре, кремдар, лосьондар, скрабтар урын алған. Сәс буяуҙары иһә бюджетҡа ҡарап, 70 һумдан алып, профессиональ буяғыстарға тиклем бар.“Ца-ца”ла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә түгел, ир-егеттәргә лә шампунь, крем, ҡырынғыс ассортименттары табырға була.
- “Ца-ца” магазинын ике урында – Баймаҡта һәм Аҡъярҙа астым. Беҙҙә хаҡтар кеҫәгә һуҡмай. Килтерелгән тауарҙар сифатлы һәм сифатына яуап бирә, ассортименты киң һәм бай. Һәр ваҡыт клиенттарҙың теләге, һорауы буйынса тауар алып киләбеҙ. Әле кибеттә ике һатыусы эшләй. Улар әйтеүенсә “Ца-ца”ның даими клиенттары күбәйҙе. Яңыраҡ магазинға 1С компьютеры тоташтырҙыҡ. Артабан да эшләргә һәм гүзәл заттарҙы яңынан-яңы тауарҙар менән ҡыуандырырға булһын. Байрам алдынан яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға, һөйгәндәрегеҙгә беҙҙең кибеттә матур бүләк эшләп һөйөндөрөгөҙ, - тине кибет хужаһы Альбина Риза ҡыҙы.
Кибеттең адресы Батанов урамы 7, “Ғаилә” сауҙа йортоноң беренсе ҡатында урынлашҡан.
Дилә Алекбаева, Аҡъяр ауылы:
- “Ца-ца” магазины асылғас, бик күптәр кеүек уның даими клиентына әйләндем тип әйтә алам. Унда миңә оҡшаған фирмалы тауарҙар күп. Мәҫәлән, күҙгә иннек, ҡәләм, биткә пудра алам. Төрлө бит таҙартҡыс лосьондар, гелдәр оҡшай. Шуныһы мөһим, тәҡдим ителгән тауарҙарҙың хаҡтары тешләшмәй.