Университет ғалимдарының ғилми эксперименттары колбаларҙа ғына алып барылмай. Асыш һынау производствоһына ебәрелгән, нефть ятҡылыҡтарында скважиналарҙа ҡулланылған. Сорбентты Тымыҡ океанды ҡойолған нефть продукттарынан таҙартыуҙа файҙаланыу тураһында ла һүҙ бара. Йәшел реагенттарҙы тормошта ҡулланыу мөмкинлектәре киң. Мәҫәлән,ғилми хеҙмәткәрҙәр ҡарҙы ла тирә-яҡ мөхиткә зарарһыҙ юл менән иретә, тоҙҙо ла.