Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 16:27

Радий Хәбиров: “Беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ”

-

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда республикалағы йәмәғәт транспортының эше тикшерелде.
Төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов пассажирҙар ташыуҙы арттырыу буйынса юл картаһын тәҡдим итте. Ул маршрут селтәрен актуалләштереүҙе, автобустар паркын тулыландырыуҙы, шулай уҡ “Алға” берҙәм транспорт картаһы проекты нигеҙендә яңы һанлы хеҙмәттәрҙе ғәмәлгә индереүҙе үҙ эсенә ала.
Мәҫәлән, быйыл Өфөләге маршруттарҙа 120 яңы автобус йөрөй башлай. Машиналарҙың тәүге партияһы апрелдә сафҡа инә. Бынан тыш, “Башавтотранс” пассажир “НефАЗ”дарын яңыртыуҙы, уларҙы газ-мотор яғыулығына күсереүҙе дауам итә. Предприятиела 269 автобусҡа яңы мотор ҡуйылған да инде. 1 июлгә маршрутҡа яңыртылған 45 машина сыға.
“Алға” транспорт картаһы проекты ла тотороҡло үҫеш күрһәтә. “Башҡортостандың социаль карталар регистры” йәмғиәте директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып, республика халҡы картаны файҙаланып, 38 миллион тапҡыр юл йөрөгән, шуларҙың 2,4 миллионы – “бәхетле сәғәттәр”ҙә бушлай. Ошо рәүешле пассажирҙар 48 миллион һумды экономиялаған.
Республикала йәмғеһе 800 мең “Алға” картаһы, шул иҫәптән 366 мең “Уҡыусы картаһы” бирелгән. Аҙна һайын граждандар биш мең самаһы яңы карта һатып ала.
“Башҡортостандың социаль карталар регистры” белгестәре картаның ҡулланылыу даирәһен планға ярашлы киңәйтә. Мәҫәлән, магазиндарҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү ойошмаларында ташламалар системаһы ҡарала. Бынан тыш, смартфондар өсөн “Алға” мобиль ҡушымтаһы ғәмәлгә индерелгән. Был сығымды күҙәтеү һәм балансты ваҡытында тулыландарыу мөмкинлеген бирәсәк.
– Проектты тормошҡа ашырыу еңелдән булманы, ләкин әле беҙ уның уңышлы икәнлеген аңлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – “Алға” картаһы халыҡҡа кәрәк, тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ.
Республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо турала яҙған.
“Үҙебеҙҙең яҡтан пассажирҙар өсөн хәүефһеҙлекте һәм уңайлыҡтарҙы арттырырға тырышабыҙ. Быйыл Өфө юлдарында урта класлы өр-яңы 120 заманса автобус сыға, тәүге партияны апрелдә көтәбеҙ. Уларҙы юл хаҡын контактһыҙ түләү системаһы – валидаторҙар менән йыһазландырабыҙ”, – тип билдәләй Радий Хәбиров.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас: