Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәгендә “Рәсәй Фәндәр академияһы базаһындағы мәктәптәр” проектында ҡатнашыусыларҙың эшлекле кәңәшмәһе үткәрелде.
Проект координаторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе Рафаил Зиннуров алып барған кәңәшмәлә 2021 йылға эш планы тураһында һөйләшеү барҙы.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан проект кураторы, дөйөм белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева үҙенең сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты, айырым алғанда “Заманса мәктәп”, “Һанлы мәғариф мөхите” проекттары сараларын тормошҡа ашырыуҙың мотлаҡ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Кәңәшмәлә “Рәсәй Фәндәр академияһы базаһындағы мәктәптәр”ендә уҡыусылар өсөн 2021 йылға лекциялар, ғалимдарҙың Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең институттарында, музейҙарҙа һәм лабораторияларҙа уҡыусылар менән осрашыуҙары кеүек саралар хаҡында ла һүҙ булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Фәндәр академияһы базаһындағы мәктәптәр республикала 2019 йылда эшләй башланы. Был проектҡа Рәсәйҙең 108 мәктәбе ингән. Улар араһында Башҡортостандан биш белем биреү ойошмаһы бар. Улар түбәндәгеләр: Өфө дәүләт нефть техник университетының Советтар Союзы Геройы Матвей Васильевич Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейы, Өфөләге 93-сө физика-математика лицейы, 64-се гимназия, Стәрлетамаҡтағы 1-се һәм Нефтекамалағы 1-се гимназиялар.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.