Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 15:02

Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды

-

9 февралдә Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексында юниорҙар араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды. Башҡортостандың баш ҡалаһына Мурманск, Ульяновск өлкәләренән, Байкал аръяғы крайынан һәм Башҡортостандан 19-21 йәшлек 30 спортсы килде.
«Пандемия ваҡытында бөтәбеҙ ҙә ярыштарҙы һағындыҡ, – тине республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. – Башҡортостанда биатлонды бик яратабыҙ. Республикала – ҙур ҡалаларҙа ла, ауылдағы спорт үҙәктәрендә лә меңгә яҡын кеше биатлон менән шөғөлләнә. Беҙҙә шәп ярыштарҙы ҡабул итә алған бына тигән биатлон комплексы бар. Биатлонсыларыбыҙ Максим Чудов, Антон Бабиков, Эдуард Латиповтарҙың еңеүҙәре менән ғорурланабыҙ».
Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы идараһы ағзаһы, өс тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Иван Черезов билдәләүенсә, Башҡортостан – биатлон тарихына бай төбәктәрҙең береһе.
«Ошо көндәрҙә донъя чемпионаты башлана, йыйылма командалағы алты спортсының икәүһе – Башҡортостандан. Улар – Антон Бабиков һәм Эдуард Латипов. Беҙҙең биатлон үҫешһен һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңһен өсөн бөтә көсөн һалғандарҙың барыһына ла рәхмәт», — тине Черезов.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында Александр Сидякин Өфө, Белорет, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары, Ишембай, Мишкә райондарының һигеҙ спорт мәктәбе директорҙарына ҡорамал һәм спорт инвентары һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас в