Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 12:58

Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков вуздарҙы берләштереү тураһында идеяны перспективалы тип атаны

-

Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков юғары уҡыу йорттарын берләштереү тураһында идеяны ыңғай баһаланы. Был хаҡта ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ғилми берләшмә вәкилдәре менән осрашыуынан һуң белдерҙе.
– Һуңғы ваҡытта эксперттар берләшмәһендә төрлө фекерҙәр яңғырай. Авиация университеты университетты үҙгәртеү идеяһы өҫтөндә күптән эшләй тип әйтә алам. Белем биреү процесы, фән хаҡында ла һүҙ бара, – тине Сергей Новиков. – Башҡорт дәүләт университеты менән ярайһы уҡ тығыҙ эшләйбеҙ. Шуға күрә был, ысынлап та, ҡыҙыҡлы фекер, ҡыҙыҡлы идея тип иҫәпләйем. Ләкин берләшеү һәм яңы ресурстар, төрлө конкурстарҙа еңеү яулау эшендә бергә барыу өсөн =беҙҙең ниндәй йомшаҡ һәм көслө яҡтарыбыҙ булыуын аңларға тейешбеҙ.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры билдәләүенсә, Рәсәйҙә һәм донъяла юғары уҡыу йорттары араһында конкуренция бара.
– Бөгөн республика вуздарына Мәскәү университеттарына тиңләшеү ауыр. Әлбиттә, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү йылдан-йыл ҡатмарлаша бара, – тине Сергей Новиков. – Үҙебеҙҙең фәнни, кадрҙар ҡеүәтен берләштерһәк, фән дә ҡеүәтләнә. Кафедралар, тикшеренеүселәр, ғалимдар үҙ-ара эш итә башлаһа, ҡыҙыҡлы варианттар булырға мөмкин икәнлеген күрәбеҙ. Шуға был, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы һәм перспектикалы идея тигән фекерҙәмен. Әлегә аныҡ ваҡытын билдәләмәйбеҙ. Ләкин бөгөндән үк алға барырға кәрәклеген аңлайбыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә һәм матбуғатта әүҙем тикшерелгән Өфө дәүләт авиация техник университетын Башҡорт дәүләт университеты менән берләштереү мәсьәләһен күптәр ике вуздың коллективын һәм мөлкәтен бергә ҡушыу процесы итеп ҡарай. Әлеге ваҡытта ике университет та әүҙем үҙ-ара эш алып бара. Юғары уҡыу йорттарын берләштереү тураһында ҡарарҙs университеттарҙың ғилми советтары ғына ҡабул итергә мөмкин. Өфө дәүләт авиация техник университеты хәҙер инновацион университетҡа үҙгәртеүҙең киң масштаблы программаһы өҫтөндә эшләй.
Читайте нас: