Машиналарҙың тәүге партияһы апрель айында килтерелә. Был турала бөгөн "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Уны Республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Бынан тыш "Башавтотранс" компанияһының "НефАЗ" автобустарын газ яғыулығына күсереү темаһы ҡаралды. Әле 269 автобус газ менән йөрөй. 1 июлгә тиклем тағы 45 машинаны яңыртыу планлаштырыла.