Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 12:22

ЫСЫНБАРЛЫҠ ҮҘЕ САҒЫЛА

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында кисә “Һайлау хоҡуғы” (“Право выбора”) тигән нәфис фильмдың ябыҡ премьераһы булып үтте...

Альмира Кирәева

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында кисә “Һайлау хоҡуғы” (“Право выбора”) тигән нәфис фильмдың ябыҡ премьераһы булып үтте. Дин әһелдәре, власть вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, табиптар, йәштәр – премьераны ҡараған барса кешеләр, һис шикһеҙ, ҙур тетрәнеү кисергәндер.
Фильм тәндәрҙе зымбырҙатырлыҡ кадрҙар менән башланып китә. Ноутбук алдында ултырыусы йәш ҡатын, шәхси клиникаға шылтыратып, һүрән тауыш менән йөклөлөгө 28 аҙна булыуы, баланан ҡотолорға теләүе тураһында һөйләй. “Ни эшләп бығаса һуҙҙығыҙ?” – клиникала шулай тип һуҡранып алһалар ҙа, бөтә нәмә хәл ителерлек икәнен аңғарталар.
...Артабанғы йән өшөткөс күренештәрҙе, ғөмүмән, тотош фильмды йөрәгеңде уста тотоп ҡарайһың. Шәхси клиникала эштәр көтөлгәнсә бармай, саҡ иҫән ҡалған, ҡанһыраған ҡатынды урамға сығарып ебәрәләр. Бына уны ҡаланың бала тыуҙырыу йортонда ашығыс операцияға алып китеп баралар. Бәпестең имен-аман тыуыуы – мөғжизә! Тик ул бер кемгә лә кәрәкмәй.
“Балаң һиңә кәрәкме?” – тип һорай операция яһаған табип битараф һалҡынлыҡ менән. Йәш әсә, сабыйын күрмәҫ өсөн башын ситкә бороп, ишетелер-ишетелмәҫ бышылдай: “Юҡ”. Табип ҡанлы йоморсаҡты асыҡ тәҙрә ҡаршыһына ҡуя. Үтәләй иҫкән һалҡын төнгө ел алдында ятыусы бәпес ярһып-ярһып илай һәм... тынып ҡала.
... “Ҡайҙа минең балам?!.” – иртәгәһен аҡылына, аңына килгән әсәнең ҡысҡырып илап сабыйын таптырыуы тынлыҡты өҙә.
Ваҡиғалар Рәсәй ҡалаларының береһендәге бала тыуҙырыу йортонда бара. 40 йәшлек талантлы хирург, өлгөлө атай һәм ғаилә башлығы Олег Волковты дауахананың баш табибы итеп тәғәйенләйҙәр. Һәм ул коллективтағы ысынбарлыҡ менән танышыуҙан – ғүмер өсөн көрәшергә тейешле табиптарҙың йыш ҡына ғүмер ҡыйыу яғында булыуынан шаңҡып ҡала. Алты аборт яһау, баҡһаң, бер сабыйҙы донъяға ҡабул итеүгә ҡарағанда иҡтисади яҡтан отошлораҡ. Баш табип дауахана эсендәге был ҡот осҡос әхләҡһеҙлекте бөтөрөү, хеҙмәттәштәре аңын, ҡарашын тамырынан үҙгәртеү маҡсатын ҡуя, уларҙың тәүбилдәләнешен иҫкә төшөрөп, күңелдәрендәге яҡтылыҡты уятырға ынтыла. Был көрәштә уның менән бергә алғы һыҙыҡҡа психолог Марина баҫа. Абортҡа тип килгән ҡыҙҙар менән һәр әңгәмә – уның өсөн әле тыумаған йәндәрҙе һаҡлау өсөн алыш.
Йөрәгең параһы булған бәләкәсте донъяға килтерергәме, юҡмы – ошо һайлау алдында торған ҡыҙҙарҙың яҙмышы уйға һала. 16 йәшлек Юля операцияға керер алдынан ультратауыш тикшереүендә сабыйын күргәс, ата-әсәһе, егете ҡырҡа ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, нисек кенә булмаһын, уны тыуҙырырға ҡарар итә. Ғаиләһенән ҡасып, урам йыйыштырыусы булып урынлаша.
Бына-бына бәпесен табырға тейешле Аленаны дауаханаға әсәһе алып килә. Аналыҡҡа махсус шыйыҡса ебәргәндән һуң ҡорһаҡ эсендә тыпырсынып йән биргән сабыйын һуңынан төштәрендә күреп яфалана ул – сыңғырҙатып көлөүсе өс йәштәр тирәһендәге ҡыҙсыҡ, артынан ҡанлы тәпәй эҙҙәре ҡалдырып, унан алыҫлаша бара.
Тыумайынса үлтерелгән балаларҙың тәнсектәрен бүлгеләндән һуң, бармаҡ башындай ағзаларҙың һәр береһен айырым һауытҡа һалып, артабан эшкәртеүгә ебәреү, шунан әҙерләнгәнде косметологияла ҡулланыу хаҡында тыныс ҡарап буламы? Фильмдың был урынында, көсөргәнеште күтәрә алмайынса, сығып китеүселәр ҙә булды.
1920 йылда СССР, донъяла беренсе ил булып, аборт яһатыуҙы рәсми рөхсәт итә. 100 йыл эсендә йөклөлөктө яһалма өҙөүҙе ғәҙәти тип ҡабул иткән бер нисә быуын үҫә. “Һайлау хоҡуғы” был күренеште ҡәҙимге тип ҡарау тамырынан дөрөҫ түгеллеген асып һала. Унда аборттар проблемаһына ҡағылышлы закондар ҙа, табиптар ҡарашы ла, бер-береһенә оҡшамаған яҙмыштар ҙа сағылыш таба.
Йөклөлөктө яһалма өҙөү хаҡында Рәсәйҙәге тәүге был фильм ябай кешеләр аҡсаһына төшөрөлгән.
Өфөлә үткән ошо тәрән йөкмәткеле сара “Үҙенсәлекле балалар” хәйриә фондының биш йыллығына арналыуын билдәләп китәбеҙ. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән һәм Рәсәй Дәүләт Думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләре буйынса комитеты ағзаһы Инга Юмашева тәҡдиме буйынса уҙғарылды.
– Республикала был фильмды күрһәтеүҙе ойоштороуыбыҙға бик шатмын, – ти Инга Альберт ҡыҙы. – Аборттар мәсьәләһе – йәмғиәтебеҙ өсөн ауыр проблемаларҙың береһе, оҙаҡ ваҡыт был хаҡта ҡысҡырып һөйләү булманы, ниһайәт, беҙ уны тикшереү һәм хәл итеү юлдарын табыу өсөн өлгөрөп еттек, ахыры. Сөнки был мәсьәлә ҡатын-ҡыҙға һәм уның ғаиләһенә генә генә түгел, бөтә дәүләткә, халыҡҡа ҡағыла. Әсәне йөрәк аҫтындағы сабыйының ғүмерен өҙөргә мәжбүр иткән сәбәптәр күп: матди ауырлыҡтар, партнерының ярҙамы булмауы, ата-әсәһенең ризаһыҙлығы һәм башҡалар. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бала уның финанс хәлен насарайтыусы, карьеранан баш тарттырыусы һәм башҡа ҡатмарлыҡтар тыуҙырыусы сәбәп булырға тейеш түгел. Беҙгә бала милләттең мөһим проектына әйләнерлек система төҙөргә кәрәк. Ләкин һис кенә лә ҡатын-ҡыҙҙы һайлау хоҡуғынан мәхрүм итеү яғында түгелбеҙ. Беҙҙең бурыс – әсә “эйе, баламды табам!” тигән ҡарарға килһен өсөн, мөмкин тиклем яҡшыраҡ шарттар тыуҙырыу, – тип иҫәпләй ул. Һәм бөгөн Дәүләт Думаһында эксперттар, табиптар берлеге менән был тәңгәлдә байтаҡ тәҡдимдәр өҫтөндә эшләүҙәрен, уларҙы киң йәмәғәтселеккә тикшереүгә сығарырға теләүҙәрен әйтеп китә.
Ябыҡ премьераға йыйылған тамашасылар алдында Инга Юмашева, республиканың ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Рус православие сиркәүенең ғаилә буйынса Патриарх комиссияһы рәйесе Федор Лукьянов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, фильм режиссеры Елена Пискарева сығыш яһаны. Дүрт бала әсәһе Елена Пискарева: “Фильмдың башынан алып аҙағына тиклемге кадрҙар ысынбарлыҡтан алынған, береһе лә уйлап сығарылмаған”, – тип билдәләне. Йөрәктәргә, зиһендәргә йүнәлтелгән картинала ролдәрҙе Ирина Пегова, Эдуард Флеров, Елена Панова, Валентина Ляпина, Борис Каморзин кеүек билдәле актерҙар башҡара.
“Һайлау хоҡуғы”ның ҡасан киң прокатҡа йәки телевизор экрандарына сығыуы һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Әлегә уның ябыҡ премьераһы Рәсәй төбәктәренең баш ҡалаларында күрһәтелә.
Читайте нас: