Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 14:02

Республикала «ковид»-койкалар һаны өс меңгә тиерлек кәметелде

-

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекциялы пациенттарҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән койкалар өс меңгә тиерлек ҡыҫҡартылды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, уларҙың һаны 6 334-тән 3 667-гә ҡалды.
«8 февралгә урындарҙың 29% буш, — тине һаулыҡ һаҡлау министры. — Хәҙер Стәрлетамаҡ инфекция үҙәгендә – 138, Зубов ауылында 297 пациент дауалана».
Башҡортостандың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 февраль иртәһенә 25 566 COVID-19 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 163-кә күберәк. Бөтәһе — 19 368, тәүлек эсендә 54 кеше һауыҡҡан. Дауаханала – 303 пациент, уларҙың 45-е – ауыр хәлдә. Ә 5 687 сирле өй шарттарында дауалана.
Читайте нас: