Бөгөн, 8 февраль, опратив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров сусҡа тағунына бәйле борсоулы хәбәр еткерҙе. Рәсәйҙә һуңғы көндә генә сиргә бәйле 18 нөктә асыҡланған. 27 ғинуарҙа Белгород өлкәһенең “Гранмер” йәмғиәте етештереп, республикаға килтерелгән паштетта сусҡа тағуны вирусы эҙҙәре барлығы билдәле булды. Улар тулыһынса яндырылған. Ошоға бәйле Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына ҡырағай ҡабандарға бәйле хәлдәрҙе күҙәтеү аҫтына алырға ҡушты. Сөнки нәҡ улар хужалыҡтарға ҡурҡыныс менән янай. Уларҙы атыу ойоштороласаҡ.