Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 12:55

Ҡорбандар арта...

Бөтә ышаныс Рәсәй ғалимдарының ҡаҙанышы - Спутник-V вакцинаһында

Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса республика оператив штабы яңы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Һуңғы тәүлектә йәнә 164 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә дүрт пациенттың вафат булыуы билдәле.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 25 403 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланды. Әле дауаханаларҙа 303 пациент дауалана, уларҙың 40-ы интенсив терапия бүлексәләрендә, хәлдәре ауыр. Һигеҙ ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 5 582 кеше дауалана, тәүлектә 103 ауырыу һауыҡҡан. Вирус ҡорбандары исемлегендә - 204 кеше...
Тәүлек эсендә 201 пациентҡа пневмония диагнозы ҡуйылған, 195 ауырыу һауығып дауахананан сыҡҡан. Санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү элеккесә көнүҙәклеген юғалтмай, битлек режимы һаҡлана. Сирҙе йоҡтормау өсөн бөтә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Бөтә ышаныс Рәсәй ғалимдарының ҡаҙанышы - Спутник-V вакцинаһында. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килеү менән мәкерле зәхмәттең беҙҙе ташлап китеүе ихтимал.
Фото:infosmi.net
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: