Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 12:28

Кемдәргә өҫтөнлөк биреләсәк?

-

Рәсәй эске эштәр министрлығы һәм Росгвардия ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең балаларына өҫтәнләк биреләсәк. Яңы закон проектын Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте хупланы. Президент В.В.Путин был осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханы балдарының юғары булырға тейешлеген дә билдәләп үтте.
Закон проектының да үҙ талаптары бар: ата-әсәнең был йүнәлештәге эш стажы 20 йылдан да кәм булмаҫҡа, имтихан тапшырғанда абитуриент һынауҙы лайыҡлы үтергә тейеш.
#ВВПУТИН
Фото интернет селтәренән.
Автор: Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас: