Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 16:30

Гитарала уйнап йырлайһыңмы? "Ҡош юлы"нда ҡатнаш!

..

Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙҙең арала үҙе гитарала уйнап йырлаған һәләтлеләр байтаҡ. Бына әле һеҙгә бик матур конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге сығып тора.
"Ҡош юлы.Балалар" бәйгеһенең һайлап алыу туры башлана. Атып ҡалғансы, ятып ҡал, тиҙәр бит, үҙ ҡаҙанығыҙҙа ғына ҡайнамағыҙ, республика кимәлендәге конкурста ҡатнашып, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Был һеҙҙең башланып торған ижадығыҙ өсөн ҙур тәжрибә майҙансығы буласаҡ. Һеҙгә танылған башҡорт бардтары - остаздар кәңәштәрен бирәсәк.
Беренсе этап, йәғни һайлап алыу туры 6 февралдән 1 мартҡа тиклем барасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн видеояҙмаларығыҙҙы "Бәйләнештә" селтәрендәге "Ҡош юлы" төркөмөнөң (vk.com/bashgitara) махсус видеояҙмалар альбомына һалырға кәрәк. Конкурста ҡатнашыусы мотлаҡ гитарала уйнап башҡортса йырларға тейеш. II этапҡа һайлап алыу 1 мартта тамамланасаҡ. Уңыштар!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: