Күргәҙмә был шөғөлдө үҙ итеүселәр өсөн осрашыу, аралашыу майҙаны ла булып тора. Улар бер-береһенән күгәрсендәр һатып ала. Бер ҡоштоң хаҡы тоҡомона ҡарап биш мең һумдан машина хаҡына тиклем. Әммә күптәр күгәрсенде сауҙа өсөн түгел, ә күңел өсөн тота. Сөнки был ҡош тыныслыҡ,мөхәббәт һәм өмөт билдәһе.