Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 17:28

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең күпселеге вакцинация менән ҡыҙыҡһына – Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк етәксеһе

-

Уҙған йылдың 16 ноябренән, Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләй башлағандан алып, 45,3 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителде. Уларҙың 2,6 меңдән ашыуы февралдең беренсе аҙнаһына тура килде, тип хәбәр итте Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Февраль башында Өфөлә 219-19-19 номерына ҡабул ителгән шылтыратыуҙарҙың күпселеге — коронавирустан вакцинация менән бәйле һорауҙар. Амбулатор ярҙамға һәм коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен алыуға ҡағылышлы һорауҙар хәҙер икенсе планға күсте.
«Беҙгә февраль башында шылтыратҡандарҙың 41 проценты тиерлек йәки меңдән ашыу кеше вакцинация менән ҡыҙыҡһынды. Был темаға бик күп һорауҙар килә, шул иҫәптән оло йәштәгеләрҙән дә. Бөтә һорауҙарға ентекле яуап бирәбеҙ, аңлатабыҙ», — тине Римма Үтәшева.
Мөрәжәғәттәрҙең кәмеүенә бәйле, шылтыратыуҙарға яуап биргән операторҙар һаны 13 кешегә ҡалдырылды.
Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәктең эш графигы – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса былтыр 16 ноябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк эшләй башланы.
Галина Бахшиева.
Фото: Валерий Шахов.
Читайте нас: