Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 11:30

БАШҠОРТОСТАНДА ИКЕ ОНКОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ АСЫЛДЫ

Әлеге ваҡытта республикала һигеҙ онкология амбулатор ярҙам үҙәге эшләй, улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы төҙөлдө. //#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Әлеге ваҡытта республикала һигеҙ онкология амбулатор ярҙам үҙәге эшләй, улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы төҙөлдө.
Баш ҡаланың 32-се поликлиникаһындағы үҙәктә онколог, проктолог, гастроэнтеролог, компьютер томографияһы, УЗИ кабинеттары бар. Бында 15 урынлыҡ көндөҙгө стационар эшләй, унда пациенттар химия терапияһы, гормональ дауалау үтә ала.
Салауатта яңы онкология үҙәге ҡала дауаханаһының хирургия корпусы бинаһында урынлашҡан. Унда диагностик тикшереү өсөн бөтә мөмкинлек бар. «Онкология ауырыуҙары менән көрәш» программаһы сиктәрендә алынған яңы компьютер томографы урынлаштырыла. Үҙәктә бер эш көнө дауамында 50-гә тиклем пациент ҡабул итеү мөмкинлеге бар, ә бер йылға - 11 меңгә яҡын кеше. Диспансер күҙәтеүҙән башҡа, бында көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар базаһында пациенттар химиотерапия үтә ала.
Салауаттағы үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашыусы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш онкологы Рөстәм Әйүпов, Республика клиник онкология диспансеры баш табибы Адель Измайлов билдәләүенсә, «тулы цикллы» ҡала онкология ярҙамын ойоштороу системаһын булдырыуға мөһим аҙым яһалды. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Әйткәндәй, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге ойоштороласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә эксперттарҙан онкология ауырыуҙары тураһында һорауҙар буйынса ярҙам һәм консультация алыу өсөн телефон сервисы булдырылған. Был линияға теләһә ҡайһы ваҡытта 8 (800) 444 13 50 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: