Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 11:17

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Урал аръяғы райондарына барҙы

Атап әйткәндә, Баймаҡ районы менән Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән барҙы. Төбәктә ул мәғариф һәм спорт учреждениеларының эше менән танышты. //

Азат Бадранов Баймаҡ районының Урғаҙа, Иҫке Сибай, Әхмәр ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында булды, спортсылар менән осрашты, бокс бирсәткәләре, волейбол һәм баскетбол туптары, спорт формаһы, яңы спорт йыһаздары тапшырҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов “Көньяҡ Уралдың йәмәғәт башланғыстары ойошмаһы” активистары менән берлектә Сибай ҡалаһының балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбен, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын ҡараны. Улар ҙа бокс менән шөғөлләнеү өсөн спорт йыһаздарына, ринг алыуға сертификатҡа эйә булды.
Читайте нас: