Быҙаулыҡ ауылында Башҡортостан Республикаһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын асыуға арналған сара үткәрелде.
Быҙаулыҡ ҡатын-ҡыҙҙары скандинавса атлап Хворостянкаға тиклем барып етте һәм күршеләренә эстафета тапшырҙы.
Бында ҡышҡы уйындар, күңелле конкурстар уҙғарылды, ҡыҙҙар сәй эсеү ҙә ойошторҙо. Ошондай дуҫтарса мөхиттә күршеләр үҙ-ара аралашып, киләсәккә пландар менән фекер алышты. Һәм яҡшы кәйеф менән ҡанатланып ҡайтырға юл тотто.
Фото:Быҙаулыҡ мәҙәниәт йорто