Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 12:15

Кәрзингә оҫта туп атыусылар ҡайҙан?

Аҡъярҙа баскетбол буйынса турнир үтте

Район үҙәгенең Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә студенттар декадаһы сиктәрендә баскетбол буйынса турнир үтте. Сәмле ярыштарҙа Аҡъяр, Маҡан һәм Подольск ауылы студенттары командалары, шулай уҡ район ветерандары һәм Бүребай мәктәбе уҡыусылары командалары көс һынашты.
Ҡыҙыу һәм етеҙ барған уйын көйәрмәндәрҙең күңеленә хуш килде. Турнир һөҙөмтәләре буйынса Аҡъяр баскетболсылары еңеү яуланы, 2-се урынға район ветерандары күтәрелде, ә Бүребай мәктәбе уҡыусылары 3-сө урынды биләне. Еңеүселәр миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Фото:Хәйбулла район хакимиәте
Читайте нас: