Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 12:31

Һаҡмар-Наҙарғолда спорт байрамы үтте

Сарала ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф, көс-дәрт алып, күңелле ял итте

Башҡортостанда иғлан ителгән Cәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын асыу сиктәрендә, Һаҡмар-Наҙарғолда "Cәләмәт тәндә -сәләмәт рух" девизы аҫтында спорт байрамы үтте.Сара һаулыҡ тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр әйтеше менән башланды.
Ҡатнашыусылар ауылды урап саңғыла йөрөп, таяҡтар менән скандинавса атлап күңелгә ял, тәнгә көс-дәрт тупланы.
Ә был ваҡытта боҙ майҙансығында хоккей уйыны ҡыҙыу барҙы, “Толпар” һәм “Cалауат Юлаев” командалары араһындағы сәмле матч 3:3 иҫәбе менән тамамланып дуҫлыҡ еңде
Спорт байрамына килгәндәр яҡшы кәйеф, көс-дәрт алып, күңелле ял итеп, байрам сәйе менән һыйланып ҡыуанышып таралышты. “Һәр ваҡыт сәләмәт тормош яҡлы булып, спортты яратып, сәләмәт булып йәшәйек! “ – тип теләйҙәр һаҡмар-наҙарғолдар.
Фото:Һаҡмар-Наҙарғол мәҙәниәт йорто
Читайте нас в