Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 16:33

Бергәләп, ҡар бабай әүәләргә

Садовый ауылы бәләкәстәре саф һауала уйнарға ярата

Көндәр бер аҙ йылынып, епшек ҡар яуғас, барыһыла тышҡа сығырға ашыҡты. Кемдәр сана-саңғыларҙа елдерһә, икенселәре әкрен генә саңғы таяҡтарын тотоп скандинавса атлап ауыл урамдарын уратты.
Был көндәрҙә Садовый балалары ла саф һауала йөрөүҙе һайланы, улар өлкәндәр менән бергә төрлө күңелле уйындар уйнап, ҡарҙан төрлө һындар әүәләргә тотондо.
фото:Садовый мәҙәниәт йорто
Читайте нас: