Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 13:29

Тағы ла ЕДК һәм субсидия тураһында

Республикала айырым категория граждандарға торлаҡ-комуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү субсидия йәки айлыҡ аҡсалата компенсация формаһында компенсациялана.

Башҡортостанда айырым категория граждандарға социаль ярҙам саралары
Республикала айырым категория граждандарға торлаҡ-комуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү субсидия йәки айлыҡ аҡсалата компенсация формаһында компенсациялана.
ЕДК һәм субсидия халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге аша бирелә. Айлыҡ аҡсалата компенсация алыуға түбәндәге категория граждандар инә:
*ветерандарҙың айырым категорияһы (һуғыш, хеҙмәт һәм хәрби хәрәкәттәр *ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре);
*инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр;
*радиация тәьҫире алған граждандар;
*ишле ғаиләләрҙең айырым категорияһы (өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән һәм ауыл йәки ҡала ерендә йәшәүселәр) һәм башҡалар.
ЕДК күләмен иҫәпләү һәр граждан өсөн айырым һәм ул түбәндәгеләргә бәйләнгән:
*граждандың льгота категорияһына;
*торлаҡ фондының дәүләт йәки муниципаль төрөнә ҡарауына;
*торлаҡ йортта льготаға эйә булыусы менән бергә теркәлгән граждандар һанына;
*йорттоң майҙан күләменә;
*коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү приборҙары булыуға;
*йорттоң нисә ҡатлы булыуына;
*торлаҡ бинаның төҙөкләндерелеү кимәленә;
* ЖКХ буйынса бурыстар булыу-булмауына.
Әлбиттә, үрҙә әйтелгән осраҡтарҙа ЕДК тәғәйенләү һәм иҫәпләүҙә ниндәйҙер берҙәм йәки теүәл түләм суммаһы алыу мөмкин түгел. Әгәр ҙә граждандың торлаҡ-ҡоммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн түләүҙә бурыстары булһа, айлыҡ аҡсалата компенсация түләнмәй. Бары тик уны ҡаплау тураһындағы килеш булған осраҡта ғына түләнеүе ихтимал. Был -- Рәсәй Торлаҡ кодексы талабы.
Айлыҡ аҡсалата компенсацияланан тыш, республикала граждандар субсидия менән файҙалана ала. Был осраҡта улар ниндәй льгота категорияларына инеүгә ҡарамаҫтан, ғаилә килеме торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүгә сығымдарына ярашлы аҙ булған осраҡта, субсидия ала ала:
--ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр—13%
--70 йәшкә еткән яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар --16%
--70 йәшкә етмәгән яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар--18%
--айырым категория граждандар өсөн--20%.
Субсидия алыуға дәғүә иткән граждандар ошо иҫәптә булырға тейеш:
а) дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды торлаҡ биналары менән файҙаланыусы;
б) шәхси торлаҡ фондының торлаҡ биналары наймы килешеүе буйынса йәшәүселәр;
в) торлаҡ кооператив ағзалары;
г) торлаҡ биналар хужалары.
Шулай уҡ граждандар субсидияға хоҡуҡтары булыуын үҙаллы тикшерә ала. Бының өсөн халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең рәсми сайтында (http://rcspn.mintrudrb.ru) субсидия онлай н-калькуляторы менән файҙалана ала.
Бөтә был түләмдәр ҡала һәм ауыл ерендә йәшәгән айырым категория граждандарының торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәт өсөн сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға йүнәлтелгән.
Социаль ярҙам саралары тәртиәбе һәм шарттары тураһында мәғлүмәт , шулай уҡ кәрәкле документтар исемлеге Башҡортостан Республикаһы Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының рәсми сайтында –https://mintrud.bashkortostan.ru һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге--http://rcspn.mintrudrb.ru ҡуйылған. Социаль ярҙамға ҡағылышлы барлыҡ үҙгәрештәр ҙә ошо сайттарҙа сағылдырыла. БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы: mintrud@bashkortostan/ru йәки халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге—[email protected] электрон почталарына яҙма мөрәжәғәт ебәрергә лә була.
Читайте нас: