Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 12:12

“СТИМУЛ” ТОРМОШҠА АШЫРЫЛА

#нацпроекты#региональныепроекты

РФ Хөкүмәте социаль һәм коммуналь инфраструктура төҙөүгә федераль аҡсалар аласаҡ иң ҙур объекттар исемлеген раҫланы. Субсидиялар Краснодар, Пермь крайҙарына,Башҡортостан Республикаһына, Воронеж өлкәһенә йүнәлтеләсәк.
“Алдағы өс йылда был объекттарҙы төҙөүгә федераль бюджеттан 8,1 миллиард һум бүленәсәк. Был аҡсалар “Стимул” федераль программаһын тормошҡа ашырыуға һалынған да инде. 2021 – 2023 йылдарҙа федераль бюджет программаға 27,3 миллиард һум аҡса бүләсәк. Бөтә аҡса мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, яңы торлаҡ комплекстарына инженер инфраструктураһы төҙөү өсөн тотоноласаҡ”, – тип билдәләне РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Гордеев.
Өфөлә был аҡсаға таҙартыу ҡоролмалары төҙөләсәк.
РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Стимул” программаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проектына инә. Ул яңы микрорайондарҙа инфраструктура төҙөүгә йүнәлтелгән. 2011 йылдан тормошҡа ашырылған программа федераль, өлкә һәм урындағы бюджеттан финанслана.
Фото – РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
"Мораҙым" гәзите.
Читайте нас: