Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”ндә республиканың коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияға, шулай уҡ грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәр көсәйгән миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде.
Башҡортостан 40 меңгә яҡын доза “Спутник V” вакцинаһын алды, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Февраль аҙағына тиклем тағы ла 150 мең доза препарат киләсәк.
Республикала вакцинациялауҙың 93 пункты ойошторолған. Райондарҙа йыраҡ ауылдарҙан кешеләрҙе үҙәк район дауаханаларына алып килеү графигы төҙөлә.
Вакцинациялау буйынса өҫтөнлөклө исемлеккә, медицина, мәғариф, социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренән тыш, транспорт, энергетика, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәләрендә эшләүселәр, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, вахтасылар, 60 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланыусылар индерелгән.
Ковидҡа ҡаршы вакцинация менән халыҡтың кәмендә 60 процентын солғау бурысы тора, тип билдәләнде кәңәшмәлә.
“Вакцина яһатыуға сират булырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – Ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр арҡаһында икеләнеүсе кешеләр ҙә бар. Беҙҙең бурыс – прививканың мөһимлеген аңлатыу һәм халыҡтың кәмендә 60 процентын вакцинацияға йәлеп итеү”.
Коронавирустан прививка алыуға республикала “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша дүрт меңдән ашыу кеше яҙылған да инде.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәр көсәйгән миҙгелгә әҙерлек хаҡында ла һүҙ барҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 2021 йылдың ғинуарында вируслы был сирҙәр менән ауырыусылар үткән йылдың шул уҡ осорондағынан 25 процентҡа аҙыраҡ булыуын әйтеп үтте. Быға профилактик прививка яһатыусыларҙың артыуы булышлыҡ иткән. 2019 йылда халыҡтың 40 проценты гриптан прививка яһатһа, 2020 йылда 60 проценты эшләткән. Бынан тыш, пневмококк инфекцияһына ҡаршы 115 мең кеше вакцинацияланған – был унан алдағы йылдағынан дүрт тапҡырға күберәк.
Фото “Башинформ”дан алынды.