Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 18:33

Радий Хәбиров сиктәр асылғандан һуң «Өфө – Вена» тура рейстарын яңынан башлау тураһында хәбәр итте

-

Башҡортостан Башлығы, сиктәр асылғас та, «Өфө – Вена» авиарейстарының яңынан башланыуы тураһында хәбәр итте. Бөгөн Радий Хәбировтың «Ютэйр» етәксеһе Андрей Мартиросов менән осрашыуында ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелде.
«Австрия үҙенең һауа ҡапҡаһын асыу менән «Өфө – Вена» даими авиарейсын тергеҙербеҙ, — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Был рейс бик популяр ине, айырыуса йәштәр араһында. 3,5 сәғәттән һуң һин Европа урамдары буйлап йөрөйһөң. Был тәүге ҡарлуғас. Киләсәктә тағы бер нисә сит ил аэропортына яңы тура рейстар асырға йыйынабыҙ».
Радий Хәбиров Рәсәй буйлап осош программаһын киңәйтеү өҫтөндә эшләүҙәре тураһында ла хәбәр итте. Әлегә дүрт ҡалаға осоштар тикшерелә.
Читайте нас: