Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 12:01

Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында Башҡортостанда шәкәр менән сырға хаҡ төшөүе күҙәтелгән

-

Шул уҡ ваҡытта йәшелсә, тауыҡ ите ҡиммәтләнгән,- тип хәбәр итә Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы. Аҙналыҡ мониторинг һөҙөмтәләренән күренеүенсә, хаҡ артыу буйынса ҡыяр менән һуған лидерҙар иҫәбендә. Уларҙан ярым ыҫланған колбаса, кәбеҫтә бер аҙға ғына ҡалыша.
Сәй, төрлө йәшелсәләр, туңдырылған балыҡ, эремсек хаҡы ла юғарыға үрмәләй. Арзаная төшкән аҙыҡ-түлек исемлегендә һыйыр , һарыҡ һәм сусҡа иттәре, көнбағыш майы, шәкәр, сыр төрҙәре һәм балалар ризығы ҡатнашмалары индерелгән. Уларға хаҡ яҡынса бер процентҡа кәмегән.
Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас: