Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 18:15

Ике күрше талашҡан, береһе үлгән...

-

Ғинуарҙа Стәрлетамаҡта бер ирҙе үҙ фатирында үле килеш тапҡандар. 49 йәшлек атаһын шундай хәлдә беренсе булып улы күргән. Экспертиза уның башындағы күп һанлы йәрәхәттәрҙән вафат булыуын асыҡлаған.
Кеше үлтереүҙә 42 йәшлек күрше ир шик аҫтына алынған. Уның һөйләүе буйынса, ҡайтып килгәнендә подъезда әлеге иҫерек күршеһе тап булған. Икәү аралағы низағҡа, аҙаҡ үлемесле һуғыш ҡубыуға 49 йәшлегенең үтеп барыусыға яурыны менән ҡағылыуы еткән. Йәше олорағын һуғып-тибеп туҡмаған. Күрше ҡатындың килеп сығып ҡыҫылыуы ғына был хәлде туҡтатып, ирҙәрҙе фатирҙарына таралышырға мәжбүр иткән.
- Кеше үлтереүҙә шик аҫтына алынған әҙәм элек тә урлашҡаны өсөн закон алдында яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Әле төбәк Тәфтиш комитеты тарафынан "Күрәләтә үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, - тип аңлатма бирәләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығында.

Фото: tvtambov.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: