Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса республика үҙәгендә граждандарға консультатив ярҙам күрһәтеү буйынса күп каналлы телефон эшләй башланы.
Оператор һеҙҙең мөрәжәт буйынса консультация бирә, кәрәк булған осраҡта ҡуйылған һорау хәл ителгәнсе уны контролгә ала. Граждандың контакты һәм уның мөрәжәғәте бирелгән һорауға яуап бирелгәнгә тиклем һаҡлана.
Күп каналлы телефон номерына учреждениеның эш режимына ярашлы, эш көндәрендә 8.30-ҙан 17.30 сәғәткә тиклем шылтыратырға була. Шәмбе һәм йәкшәмбе ял.
Күп каналлы телефон һандары республиканың ҡала һәм райондары өсөн үҙгәрешһеҙ: 8 (347) 200-80-80.
Тағы ла халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең йәшәгән урынығыҙ буйынса филиалы менән бәйләнешкә сығыу өсөн өҫтәмә һандарҙы йыйырға кәрәк. Мәҫәлән, Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр райондары ингән Сибай ҡалаһы буйынса филиал номеры: 109.