Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 12:06

“Хыялым бар – Өфөләге Йәштәр һарайына Вәсиләнең исемен бирһендәр ине...”

-

Ғинуар аҙағында меңәрләгән тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың вафатына биш йыл тулып уҙҙы. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде.
Ошо көндәрҙә йырсының тормош иптәше Илгиз Әбдрәҡипов “Башинформ” агентлығы журналисы Ләйлә Аралбаеваға биргән интервьюһында ғаиләһенең Вәсиләһеҙ нисек йәшәүе, балаларының тормошо, үҙенең уй-теләктәре тураһында һөйләгән.
“8 февралдә Кәрим улыма 10 йәш тула. Ул хоккей, футбол, йөҙөү менән шөғөлләнә, фильмдар ҡарарға ярата. Камила ҡыҙым ауырый, ул – инвалид. Етлекмәй, 800 грамлыҡ ҡына булып тыуҙы, мөғжизә менән иҫән ҡалды, тыуғандан һуң бер ай реанимацияла булды. Уның таз-янбаш һөйәгенә операция талап ителә. Операцияны Ҡурғанда эшләтергә мөмкин, әммә пандемия арҡаһында әлегә кисектереп торабыҙ. Былтырғы йылдан беҙгә бер кем дә килмәй, сөнки вирус йоҡтороуҙары ихтимал. Балаларымды атай-әсәйем ҡараша, улар оло, етмәһә, шундай ауыр ҡайғы кисерҙеләр. Әлегә бына шулай...” - ти Илгиз әңгәмә барышында.
Йырсының тормош юлдашы уның исемен мәңгеләштереү, хәтер проекты уҙғарыуға бәйле уй-ниәттәре менән дә уртаҡлашҡан. “Әле бик үк уңайлы мәл түгел. Бәлки, Вәсиләнең 45 йәшенә минең хәтер проектымды тормошҡа ашырып булыр. Уның башҡарыуындағы йырҙар һәм беҙҙең тыуған төйәк менән бәйле бик ҡыҙыҡлы идея бар, әммә әлегә барыһын да әйтеп бөтөрмәйем. Килеп сыҡһа, бик яҡшы буласаҡ. Тағы ла киләсәктә уның исемендәге фестиваль ойошторорға теләк бар.
Шулай уҡ тағы бер етди хыялым бар – Өфөләге Йәштәр һарайына Вәсиләнең исемен бирһендәр ине. Унда Башҡортостандың һәм Татарстандың барлыҡ билдәле артистары сығыш яһай. Быны уның мәрхүмә булыуына 10 йыл тулыуға йәки 45 йәшенә эшләп булһа, бик яҡшы, оҙайлы хәтер билдәһе буласаҡ”, - ти Илгиз Әбдрәҡипов.
Фото: ural.tatar
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: