Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 17:48

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева арабыҙҙан китте

-

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Вәкилә Ҡалмантаева кинәт арабыҙҙан китте. Уға 72 йәш ине.
Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы Ҡалмантаева 1948 йылдың 7 ноябрендә Чкалов (Ырымбур) өлкәһе Үрге Ильяс ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1970 йылдан – Салауат, Сибай драма театрҙарында, Өфө «Нур» татар театрында, 2002 йылдан Милли йәштәр театрында эшләй.
Театр белгестәре билдәләүенсә, Вәкилә Ҡалмантаеваның ижадына жанр төрлөлөгө хас, ул сатирик, эксцентрик, фольклор, лирик-драматик ролдәрҙе башҡара. Әйтәйек, Салауат драма театрында – Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙың «Ҡарлуғас» драмаһы); Сибай драма театрында — Ғәлимә (М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса), леди Мильфорд (Ф.Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»), Эльвира (Мольерҙың «Дон Жуан»); «Нур» театрында — Ания (Т.Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар»); Милли йәштәр театрында — Әсә (Ф.Бүләковтың «Дала ҡиссаһы»), Нәғимә (М.Кәрим «Беҙҙең өйҙөң йәме») һәм башҡа ролдәр.
Булат Йосоповтың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» нәфис фильмында Оло Инәй ролен уйнай.
«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: