Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 12:53

«Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәрен коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау башланды

-

Рәсәйҙә етештерелгән препарат тәүге 40 кешегә ҡаҙалды. Прививка яһатыр алдынан уларҙың барыһы ла мәкерле сиргә антиесем юҡлығына анализ биргән.
Яуаплы эш менән 21-се клиник дауахананың күсмә прививкалау бригадаһы шөғөлләнә. Улар вакцинаны килтергәндә тейешле талаптарҙы теүәл үтәгән, вакцина алыҫ юлда билдәле температурала һаҡланған. Табиптар әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәргә яһалған препарат - ике фазалы һанала, шуға ла 21 көндән һуң прививка ҡабатлап яһала. Әгәр ҙә өс аҙна эсендә ОРВИ билдәләре барлыҡҡа килһә, вакциналауҙы өҙөргә тура киләсәк, тип иҫкәртә аҡ халатлылар.
Привиканы предприятиела бушлай ҡаҙатырға мөмкин. Әммә медицина хеҙмәткәре иң башта кешенең киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырымауын һәм уға ниндәйҙер ҡаршылыҡ булмауын асыҡларға тейеш. Вакцинация үтеүселәр билдәләүенсә, бер кем дә уларҙы мәжбүр итмәгән. Үҙҙәренең көн һайын күмәк халыҡ менән бәйләнешкә инеүен иҫәпкә алған хеҙмәткәрҙәр, вакцинация көн талабы, тип билдәләй.
Автор: Илдар Байбулатов.
Читайте нас: