Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 13:05

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына А.В. Рюмин исемен биреү башланғысын хупламай

Башҡорт халҡының мәҙәни асылын формалаштырыуҙа оло урын биләгән объектарға ҡағылышлы киҫкен башланғыстар ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Халыҡ ризаһыҙлығының асыҡ миҫалы итеп ҡурсаулыҡ етәкселеге тарафынан ойошторолған фекер белешеү килтерелә. Бында тауыш биргәндәрҙең шаҡтай ҙур өлөшө ҡурсаулыҡҡа ғалим исемен тапшырыу инициативаһына кире ҡарашта.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына һәм «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы» учреждениеһы директорына хаттар оҙатты.
Был хаттарҙа ҡурсаулыҡтың атамаһын үҙгәртеү башланғысына халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлегенең ҡарашы белдерелгән. Атап әйткәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы атаҡлы ғалим А.В.Рюминдың иҫтәлеген мәңгеләштереү ниәтен ҡеүәтләй, шәхестең ҡаҙаныштары матди һәм матди булмаған йәһәттәрҙән халыҡ хәтерендә йәшәргә тейеш, тип иҫәпләй.
Шул уҡ ваҡытта, хат эстәлегендә был ғәмәлгә йәмәғәтселектең яуабына ла иғтибар йүнәлтелә. Башҡорт халҡының мәҙәни асылын формалаштырыуҙа оло урын биләгән объектарға ҡағылышлы киҫкен башланғыстар ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Халыҡ ризаһыҙлығының асыҡ миҫалы итеп ҡурсаулыҡ етәкселеге тарафынан ойошторолған фекер белешеү килтерелә.
Бында тауыш биргәндәрҙең шаҡтай ҙур өлөшө ҡурсаулыҡҡа ғалим исемен тапшырыу инициативаһына кире ҡарашта. Был хат менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғалимдың исемен мәңгеләштереүҙең башҡа юлдарын һәм ысулдарын эҙләргә әйҙәй. Быға тиклем «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы» учреждениеның атамаһын үҙгәртеп уға боронғо дәүер һүрәттәрен өйрәнгән ғалим А.В.Рюминдың исемен ҡушыу ниәтен белдергән ине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына был алымға ҡарата мөнәсәбәт белдереүҙе һорау мөрәжәғәте килде.


Читайте нас: