Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 17:39

ҒАРИЗАЛАР 1 АПРЕЛГӘ ТИКЛЕМ ҠАБУЛ ИТЕЛӘ

Ғариза яҙыу 2020 йылдың 1 июленән һуң балаһы тыуған йәки баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә ҡағыла. ..

Ғариза яҙыу 2020 йылдың 1 июленән һуң балаһы тыуған йәки баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә ҡағыла.
Һүҙ 1 апрелгә тиклем 5 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғариза яҙмаған, шулай уҡ йыл дауамында Пенсия фондына балалар аҡсаһы алыу өсөн мөрәжәғәт итмәгән ғаиләләр тураһында бара.
Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә йәки Рәсәй Пенсия фондының ҡала-райондарҙағы клиент хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә була, шул иҫәптән 2020 йылдың 1 июленән һуң тыуған балаларға ла.
«Һәр баланың тыуыу тураһында таныҡлығы мәғлүмәттәрен һәм аҡса күсереү өсөн банк иҫәбе реквизиттарын күрһәтергә кәрәк. Балаларға аҡса алған ата-әсәләрҙең банк иҫәбе ябылған осраҡта ла ғариза талап ителә», — тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре, опекундары һәм попечителдәре 5 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуға хоҡуҡлы.
Былтыр 3 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү йәки 3-16 йәшлек балаларға бер тапҡыр бирелә торған аҡса алған ғаиләләргә декабрҙә Пенсия фонды 5 мең һумды автоматик рәүештә күсерҙе.
Башҡортостанда 2020 йылдың 17 декабренә 8 йәше тулмаған 387 мең балаға аҡса ғаризаһыҙ күсерелә.
Балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалына нигеҙләнеп әҙерләнде.
Читайте нас: