Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 14:26

Ҡарауылсы индермәгәс......

Ленинград өлкәһендә ауырлы ҡатын урамда ҡар өҫтөндә бәпәйләй башлай //

Төндә тулғағы башланған ауырлы ҡатынды ире түләүле бәпәй табыу үҙәгенә килтерә.
Әммә ҡарауылсы перинаталь үҙәккә индермәү сәбәпле, йәш ҡатын урамда ҡар өҫтөндә бәпәйләй башлай.
Ҡарауылсы ҡаршылағы тиҙ ярҙам бүлегенән килтергән осраҡта ғына индереүен белдерә. Бер ни тиклем ваҡыттан эргәләге тиҙ ярҙам табиптары ярҙам итеп, әсә менән баланы перинаталь үҙәккә тапшыралар.
Әсә менән яңы тыуған малайҙың сәләмәтлеге ҡәнәғәтләнерлек.
Читайте нас: