Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 13:29

Өфө халҡы урамдағы ҡырҡыу еҫкә зарлана

-

Өфөнөң Калинин, Киров, Октябрьский, Орджоникидзе һәм Совет райондарында йәшәүселәрҙән ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығына ошондай хәбәрҙәр килә.

«Бөтә заявкалар Роспотребнадзорҙың республика идаралығына, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығына тапшырылды», — тип белдерҙеләр идаралыҡта.

Һауаны тикшереү өсөн Роспотребнадзор идаралығы лабораториялары ебәрелгән.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас: