Ҡайһы бер водителдәр ярышҡа бик етди әҙерләнгән. Улар хатта тәгәрмәстәргә саморездар беркетеп сыҡҡан. Бәйгегә килгәндә, ул хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирҙе. Ситтән водителдәрҙең уҙыштарын көйәрмәнәдәр менән бергә медицина һәм юл-паитруль хеҙмәте инспекторҙары күҙәтеп торҙо. Бәхеткә күрә, трасса ҡатмарлы булһа ла, аварияға юл ҡуйылмай.