Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 17:04

БАЙҒУЖАЛА – ЯҢЫ ФАП

Йылайыр районы Байғужа һәм Бикйән ауылдарында йәшәүселәр өсөн был көн байрамға әйләнде. #национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан..

Гөлшат Ҡунафина

Йылайыр районы Байғужа һәм Бикйән ауылдарында йәшәүселәр өсөн был көн байрамға әйләнде. Йылы һәм яҡты, уңайлы яңы фельдшер-акушер пункты бар заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап бирә, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
Бында фельдшер ғына түгел, мобиль табип бригадалары өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов килде.
– Быйыл икенсе модулле фельдшер-акушер пункты астыҡ. Медицина ярҙамын уңайлы шарттарҙа алыу айырыуса оло йәштәгеләр һәм балалар өсөн мөһим. ФАП-та тәжрибәле фельдшер Римма Байғужина ҡабул итәсәк, ул һәр кешене танып белә. Республика етәкселегенә, һаулыҡ һаҡлау министрлығына, был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт еткерәм. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем. Был ауылдарҙа йәшәүселәр ФАП-ҡа тик профилактика өсөн генә килһен! – ти район хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов.
Читайте нас: