«Коронавирус менән бәйле сикләүҙәргә бәйле, сит илдәр менән сараларҙы онлайн форматҡа күсерҙек. Шулай итеп, яңы форматта беҙ – «Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт» кәңәшмәһен булдырҙыҡ, беҙҙең етештереүселәр башҡа дәүләттәге Рәсәй сауҙа вәкиленә үҙ продукцияһының презентациялау мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ Башҡортостандағы Сит илдәргә экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге сит илдәрҙән партнерҙар эҙләү буйынса хеҙмәт күрһәтә. Шулай итеп, «Медовз» компанияһы 4,6 миллион һумдан ашыу суммаға экспортлау өсөн контракт төҙөй алды», – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
«Медовз» Көньяҡ Корея һәм Японияла партнерҙар һәм һатып алыусылар эҙләү маҡсаты менән Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Ошо илдәр менән онлайн бизнес-миссиялар үткәреү һөҙөмтәһендә эшҡыуар Корея контрагенты Medovik LLC менән дөйөм суммаһы 3,2 миллион һумға килешеү төҙөй һәм Японияның Sojitz Corporation компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ирешә.
Тағы бер «Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт» видеоконференцияһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә «Медовз» компанияһы Марокко менән экспорт контракты төҙөнө. MediFood контрагенты Башҡортостандан 1,4 млн. һум суммаға бал продукцияһы һатып аласаҡ.
«Медовз» компанияһы етәксеһе Эмил Әхтәмйәнов әйтеүе буйынса, яңы контракттарҙы төҙөүгә төбәк властары ярҙамы менән өлгәшелгән. Шулай уҡ эшҡыуар компанияның экспорт йүнәлешен үҫтереүҙе артабан дауам итәсәге тураһында һөйләне, сөнки сит илдә башҡорт балының сифаты бигерәк тә юғары баһалана.
«Мартта Польшаға бал продукцияһының һынау партияһын оҙатабыҙ. Шулай уҡ Евросоюзға экспорт үҫешен арттырырға ниәтләйбеҙ, әле унда Украина һәм Аргентина балға хаҡты яһалма кәметә, ә беҙ продукцияның сифатына баҫым яһаясаҡбыҙ. Өҫтәүенә, быйыл был илдәрҙә бал уңышы насар булды. Шуға күрә Европа Рәсәй етештереүсеһенә күҙ һала», — тип билдәләне Эмил Әхтәмйәнов.
2020 йылда Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә төбәктең 82 предприятиеһы ҡатнашлығында 41 онлайн бизнес-миссия, шулай уҡ Венгрия, Һиндостан, Марокко, Финляндия, Малайзия, Әзербайжан һ. б. илдәрҙә 25 «Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт» видеоконференцияһы үткәргән.
Экспортлауға ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла..
Sojitz Corporation – Япония компанияһы, Токио ҡалаһында урынлашҡан сауҙа корпорацияһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып аҙыҡ-түлек, текстиль һәм халыҡ ҡулланыу тауарҙары тора.
Medovik LLC – Сеул ҡалаһындағы (Көньяҡ Корея) иң эре магазин-гастрономдарҙың береһе, унда киң ассортиментта аҙыҡ-түлек һатыла. Көньяҡ Кореяла күмәртәләп һатыу компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә.
MediFood – Марокколағы күмәртәләп, берәмләп һатыу һәм магазиндар селтәре өсөн аҙыҡ-түлек дистрибьюторы.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса Дәүләт комитеты