Акция «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проекты сиктәрендә үтәсәк. Уға ярашлы, 2024 йылға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың 30%-тан күберәге яңынан эшкәртеүгә йүнәлтелергә тейеш. Макулатура, эшкәртеү өсөн мөһим сеймал булараҡ, бөгөн ҡалдыҡтарҙың дөйөм ағымында айырым бер өлөшөн биләй.
Акцияны ойоштороусы булып, Экология министлығы, «Рәсәйҙең йәшел юғары уҡыу йорттары» ассоциацияһы, «Йәшел Башҡортостан» экология проекты «Рәсәй – минең тарихым» экспозиция комплексы булышлығында,Тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетының «Йәшел ҡалҡан» экологик клубы тора.
Ойоштороусылар һүҙҙәре буйынса, студенттар тапшырған ҡағыҙ һаны менән бер-береһе менән уҙышыу ғына түгел, «Йәшел Башҡортостан» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы рәйесе Максим Некрасов етәкселегендә мауыҡтырғыс тематик викторинала ҡатнаша ала.
Акция йомғаҡтары буйынса иң күп макулатура йыйған еңеүселәр билдәләнде:
I урын – энергетик факультеттың Э -101 төркөмө (213.9 кг);
Ii урын – механик факультеттың ЭТК - 101 төркөмө (84.5 кг);
III урын – агротехнология һәм урман хужалығы факультетының Г - 201 төркөмө (77.2 кг).
Финалистарға ашханаға 10, 5, һәм 3 тапҡыр барыуға студент һәм аспиранттар профкомынан бирелгән сертификат тапшырылды, ә төп бүләк - ВДНХ-ЭКСПО-лағы «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа паркына билет булды. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Башҡорт дәүләт аграр университетынан футболкалар, кепкалар, блокноттар һәм кружкалар тапшырылды.
- Университетта ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы индереү студенттарға көндәлек тормош өсөн кәрәкле мөһим күнекмәләрҙе һәм экологик ғәҙәттәрҙе үҙләштерергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ ҡалдыҡтар һәм сүп-сарҙы бүлеү, уларҙы күреп өйрәнгән ғәҙәти сүп-сар тип түгел, ә эшкәртеү өсөн сеймал тип ҡабул итергә өйрәтеү мөһим, - тип билдәләнеләр матбуғат хеҙмәтендә. - Республика халҡы ҡалдыҡтары полигонына көсөргәнеште кәметеү һәм ҡулланылған материалдарҙы икенсел эшкәртеү кеүек мөһим эшкә ҡушыла ала.
Макулатура йыйыу 28 февралгә тиклем дауам итә. Республиканың экологияһына өлөш индерергә теләүселәрҙең барыһын да 8 март урамы, 17 (икенсе уҡыу корпусы фойеһы) адресы буйынса көтәбеҙ.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.