Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡан тамырҙарын 300 тапҡыр ҙурайтып күрһәтә торған микроскоп барлыҡҡа килгән.
Уның хаҡы 36 миллион һум. Табиптар яңы микроскоп ярҙамында айына 20-нән ашыу операция эшләргә ниәтләй.
Заманса микроскоп башлыса бөйөр терапияһында ҡулланыласаҡ.
Былтыр декабрҙә ҡайтарылған микроскоп ярҙамында ундан ашыу операция яһалған да инде.