Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Хендай Солярис» водителе, дистанцияны боҙоп, юл ыңғай осраған«Лада Гранта»ға бәрелгән. Шунан һуң автомобиль, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Дэу Матиз»ға төкөлгән. Һуңғыһының водителе – 25 йәшлек ике бала әсәһе урында һәләк булған. Алты һәм өс йәшлек ике бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған.