Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 11:40

Йәш көрәшселәр Өфөгә йыйыласаҡ

..

Берләшкән көрәш донъяһы (UWW) Өфөгә үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя чемпионатын ойоштороу хоҡуғын бирҙе.
Уны уҙғарыу ваҡыты – августың икенсе яртыһы. "Башҡортостан Республикаһын, Радий Фәрит улы Хәбировты ҡотлайбыҙ, ярыштар юғары кимәлдә ойошторолор, ә беҙҙең йыйылма командалар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтер", — тине Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили.
2020 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итте. Ә донъя чемпионаты 2021 йылдың 16-22 авгусында уҙасаҡ.
Фото ФСБР сайтынан.
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас: