Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 12:40

Путин ипотеканың уңай яҡтары тураһында һөйләне

#ВладимирПутин..

6,5 процентлы ташламалы ипотека күп кенә ғаиләләргә торлаҡлы булырға һәм шулай уҡ төҙөлөш тармағына ла ярҙам итте. Кредит программаһының уңай яҡтары тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 февралдә банкирҙар менән кәңәшмәлә һөйләне.
Дәүләт башлығы 6,5 процентлы ташламалы ипотеканы мөһим һәм һорау менән ҡулланған инструмент тип атаны. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ташламалы ипотека «ипотека кредитлауының дөйөм үҫешенә йоғонто яһаған». 2020 йылда 1,7 миллионға яҡын Рәсәй ғаиләһе ипотека менән фатир һатып ала алған – был элекке йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 400 меңгә күберәк.
Элегерәк, 2020 йылдың декабрендә Рәсәйҙә ипотека кредиттарының уртаса күләме, бөтә элекке рекордтарҙы үтеп, 2,81 миллион һум тәшкил итеүе тураһында хәбәр иткәйнеләр. 2019 йылдың декабрендә илдә ипотеканың уртаса суммаһы 2,52 миллион ине.
#ВладимирПутин
#ТашламалыИпотека
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Александр Кряжев / РИА Новости
Читайте нас: