Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 11:50

«МӘҒАРИФ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ: БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘКТӘП УҠЫУСЫЛАРЫН КВАДРОКОПТЕРҘАР МЕНӘН ИДАРА ИТЕРГӘ ӨЙРӘТӘСӘКТӘР

..

Башҡортостан Республикаһында ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталды.
19 ғинуарҙан Ауырғазы районы Толбазы ауылының 3 һанлы мәктәбендә уҡыусылар өсөн «Башҡортостан кванториумы» мобиль технопаркы ресурстарын файҙаланыу менән беренсе дәрестәр башланды. Бер аҙна эсендә балалар 3Д-принтерҙа баҫтырыу өсөн 3Д-моделдәр эшләргә, Ардуино микроконтроллеры базаһында йыһаздарҙы төҙөргә һәм программалаштырырға өйрәнде, Scratch программалау телендә уйындар булдырҙы, виртуаль ысынбарлыҡ очколары өсөн уйындар булдырыу нигеҙҙәре менән танышты, квадрокоптерҙы автономиялы осоуға программалаштырырға өйрәнде, мәктәп буйынса виар-тур булдырҙы.
«Гео һәм Аэроинформатика» йүнәлеше буйынса уҡытыусы Ирина Сәлмәнова менән бында тағы бер нисә уҡытыусы килгән. Һәр береһенең технологиялар тармағында үҙ йүнәлеше. Кемдер виртуаль ысынбарлыҡ, икенселәре робототехника менән таныштырасаҡ, кемдер гео- һәм аэроинформатиканы өйрәнеүҙә ярҙам итәсәк.
«Башҡортостан кванториумы» мобиль технопаркы уҡыу йылы барышында муниципаль райондарҙың 12 агломерацияһынан 2-11 синыфтарҙың ике меңдән ашыу уҡыусыһын уҡытасаҡ.
Проект «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» төбәк проекты сиктәрендә федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/
Читайте нас: